+21 °С
Болотло


Урмандар янғыны дауам итә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, тағы ике урман янғыны өҫтәлгән. Хәл Белорет районы Үҙән урмансылығында айырыуса көсөргәнешле ҡала.
Әлеге ваҡытта республикала алты урман янғыны бара. Улар күбеоәк Белорет районында. Шулай уҡ Ғафури, Күгәрсен районында ла уоман яна.
Ҡотҡарыусылар халыҡты тәбиғәткә сыҡҡанда усаҡ яҡмаҫҡа саҡыра.