Новости
12 Июль 2023, 05:50

Эҫе сигенәме?

Һиҙелер - һиҙелмәҫ тамсылап яуып торған ямғыр баймаҡтарҙы бик тә ҡыуандырҙы. Кисә генә ҡурып алып барған эҫе сигенгәндә булды. Ә беҙҙе был арала ниндәй һауа торошо көтә һуң?..

Эҫе сигенәме?Эҫе сигенәме?
Эҫе сигенәме?

Бөгөн, көндөҙ +25, +30 градус була. Урыны менән ямғыр, ҡойма ямғыр һәм йәшен көтөлә, елдең ныҡ көсәйеүе ихтимал.

Иртгәгә һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Һауа +22, +27 градусҡаса йылына. Урыны менән йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ. Ел урыны менән көсәйеүсән.

 14 июлдә, йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Елдең көсәйеүе фаразлана. Һауа температураһы көндөҙ +19, +24 градусҡа тиклем йылына.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас