+24 °С
Ямғыр


Йыл һайын райондың төрлө биләмәһенә саранча һөжүм итә. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл саранча Билал яғынан килә.
- Халыҡ хәҙер еләк йыя, мал көтөүҙә йөрөй. Шуға күрә ҡоротҡос саранчаға ҡаршы ағыу ҡулланып булмай. Сөнки ағыулау осрағында бер ай унда кеше лә, мал да йөрөргә тейеш түгел. Саранчанан бесәнлекте һаҡлап ҡалыу өсөн бесәнгә йәһәтләп төшөргә кәрәк. Әлегә бесән эшләй башламаған шәхси хужалыҡтар бар, - тинеләр ауыл хужалығы бүлегендә.