Новости
10 Июль 2023, 16:45

Бәхил бул, батыр егет!

Бөгөн батыр яугир Ильнар Хатмуллинды һуңғы юлға оҙаттыҡ...

Бәхил бул, батыр егет!Бәхил бул, батыр егет!
Бәхил бул, батыр егет!

Бөгөн батыр яугир Ильнар Хатмуллинды һуңғы юлға оҙаттыҡ. Сибай филармониһының артисы бер йыл элек мобилизацияланыусылар сафында матур асыҡ йылмайыуы, иҫ киткес бейеүе менән барыһын да таң ҡалдырып юлға сыҡҡайны. Көттөк, ышандыҡ, ҡайтманы...

23 йәшлек яугирҙең кескәй улы һәм ҡатыны ҡалды. Билдәле бейеүселәр Лариса һәм Илдар Хатмуллиндарҙың ғаиләһенә килгән ҡайғы тотош республиканы тетрәндерҙе. Бөгөн уны ерләргә Сибай ҡалаһы халҡы ғына түгел, ә тирә-яҡтағы райондарҙан йыйылдылар.

Тыныс йоҡла, батыр яугир! Ильнарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ныҡлыҡ һеҙгә! 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас