Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
8 Июль 2023, 05:25

Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн

Темәс ауылынан Гүзәл һәм Александр Лаврентьевтар <Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн> миҙалына лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!

Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөнМөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн
Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн

Бөгөн илебеҙҙә бик матур байрам - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ  көнө билдәләнә. Йыл һайын ошо байрам уңайынан иң матур ғаиләләргә <Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн> миҙалы тапшырыла.

Районыбыҙҙа күркәм ғаиләләр бик күп. Улар араһынан иң-иңдәре билдәләнеп, <Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн> миҙалы тапшырыла. Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡырҡ йыл бергә йәшәгән Гүзәл Сәфәрғәле ҡыҙы һәм Александр Петрович Лаврентьевтарҙы ошо награда менән бүләкләне.

Лаврентьевтар Темәс ауылында йәшәй. Бәхетле пар аҡыллы, матур балалар тәрбиәләгән, тыуған еребеҙ мәнфәғәтенә тырышып эшләй. Лаврентьевтарҙы бар күңелдән ҡотлайбыҙ! Уларға тиң оҙон ғүмер һәм бәхет теләйбеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас