+24 °С
Ямғыр


Беҙҙең хөрмәтле яҡташыбыҙ, яҙыусы, яҙыусы-фантаст, драматург Наил Ғәйетбаевҡа 75 йәш. Уның юбилейы район китапханаһында әлеге ваҡытта бара. Ҡәҙерле яҙыусыбыҙҙы район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев тәбрикләне. Ул Наил Әсҡәт улына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының <Ал да нур сәс халҡыңа!> миҙалын тапшырҙы. Ҡотлайбыҙ!