

«Салауат ерендә» конкурсы маҡсаты - Башҡортостан яҙыусыларының ижадын рус телле мөхиттә популярлаштырыу, республикала һәм унан ситтә милли әҙәбиәттең абруйын күтәреү; Башҡортостан Республикаһының милли әҙәбиәтен үҫтереү; әҙәби тәржемәне популярлаштырыу; тәржемәсе һөнәренең абруйын күтәреү, художестволы тәржемә проблемаларына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү; Рәсәй халыҡтарының тел һәм мәҙәни төрлөлөгөн һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү; талантлы тәржемәселәрҙе эҙләү, уларға ярҙам итеү һәм башҡа саралар.
Конкурста ҡатнашырға теләүселәр 31 июлгә тиклем башҡорт һәм татар телдәрендә яҙышҡан республиканың хәҙерге заман профессиональ әҙиптәренә әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә иттереү өсөн konkurs_perevoda_sp_rb@mail.ru почтаһына ебәрер кәрәк була. Уның күләме түбәндәгесә: шиғырҙар 250 юлдан артмаһын, проза (хикәйә, повест һәм романдан өҙөктәр) 50 000 билдәнән артмаҫҡа тейеш.
Әҙер тәржемәләр konkurs_perevoda_sp_rb@mail.ru почтаһында 31 октябргә тиклем ҡабул ителә. 30 ноябрҙә жюри еңеүсе исеменә дәғеүәсәләрҙе иғлан итә. Быйыл декабрҙә конкурстың ҡыҫҡа исемлеге, шулай уҡ еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы була. Конкурсты уҙғарыу осоронда һәм унан һуң иң яҡшы эштәр «Бельские просторы» журналында баҫылып сығасаҡ.
Жюри составына Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең билдәле яҙыусылары, журнал мөхәррирҙәре, Рәсәй Яҙыусылар союзы секретары Нина Ягодинцева, «Литературная газета»ның баш мөхәррир урынбаҫары, «Многоязыкая лира России» милли әҙәбиәт проекты етәксеһе Анастасия Ермакова һәм башҡалар инде.
Конкурс положениеһы менән https://belprost.ru/articles/litprotsess/2023-07-04/polozhenie-o-respublikanskom-konkurse-hudozhestvennogo-perevoda-na-zemele-salavata-3326752 сайтында танышырға була.