Новости
5 Июль 2023, 08:00

Эҫе буласаҡ

Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, аҙна аҙағына тиклем көндәр эҫе тора. Шаршамбы, бөгөн әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көндөҙ төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +27,+32°...

Эҫе буласаҡЭҫе буласаҡ
Эҫе буласаҡ

Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, аҙна аҙағына тиклем көндәр эҫе тора. Шаршамбы, бөгөн әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көндөҙ төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +27,+32°.

Кесаҙна, 6 июлдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә +14,+19°, көнсығышта +9°, көндөҙ +26,+31°.

Йома, 7 июлдә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +14,+19°, көнсығышта +9°, көндөҙ +26,+31°.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас