

Иҫке Сибай ауылының "Фәтихә" мәсетендә махсус хәрби операцияла изге бурыстарын үтәп йөрөгән яугирҙәргә бағышланған Ҡорбан ашы үтте.
Ауыл биләмәһе башлығы Сибай Утарбаев был сара тураһында былай тип һөйләне:
- Аятҡа яугирҙәребеҙҙең ата-әсәләре,ҡатындары,балалары һәм туғандары саҡырылғайны. Айнур хәҙрәт ир-егеттәребеҙҙең имен ҡайтыуҙарын теләп доғалар ҡылды. Улдарын яуға оҙатҡан ата-әсәләр, ирҙәрен көтөп ҡалған ҡатындар аяттар тыңлап, хәйер бирешеп, үҙ-ара хәл белешеп,аралашып алдылар. Ошо изге эште башҡарып сығарыуға ярҙам иткән Айнур хәҙрәт Буранғоловҡа, Зөһрә Ғәйнуллинаға, Гөлсирә Яхинаға, <Шәфәҡ> ағинәйҙәр ойошмаһына, ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә һәм бар ауыл халҡына ҙур рәхмәт! Ҡорбандарыбыҙ ҡабул булһын! Егеттәребеҙ имен-һау еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтһындар!