+24 °С
Ямғыр


Башҡортостан Башлығының Указы менән республикала "Башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты" автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма булдырыла. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Ойоштороусы итеп ауыл хужалығы, мәғариф һәм мәҙәниәт министрлыҡтары тәғәйенләнә. Указдың үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Илшат Фәзрахмановҡа йөкмәтелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл да районыбыҙҙа "Башҡорт аты" фестивале ойошторола. Сағыу тамаша 11-13 августа үтәсәк.