Новости
13 Июнь 2023, 06:37

Атаһының орденын алды

Кисә ҡаланың 5-се мәктәбендә Рәсәй көнөнә ҡарата тантаналы сара үтте. Сарала район хамиәте башлығы Фәнис Әминев, хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов, мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Фәнил Ирмәков һәм башҡалар ҡатнашты.   

Атаһының миҙалын алдыАтаһының миҙалын алды
Атаһының миҙалын алды

Кисә ҡаланың 5-се мәктәбендә Рәсәй көнөнә ҡарата тантаналы сара үтте. Сарала район хамиәте башлығы Фәнис Әминев, хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов, мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Фәнил Ирмәков һәм башҡалар ҡатнашты. 

Сара дәүләт флагын күтәреү менән башланып китте. Унан Фәнис Ғәбдрәшит улы байрам уңайы менән тәбрикләп үткәндән һуң Украиналағы махсус операцияла һәләк булған Дамир Зайруллиндың ҡыҙы Раушанияға "Ҡаһарманлыҡ" орденын тапшырҙы. 

Шулай уҡ был көндө эшендә алдынғылыҡты күрһәткәндәр, 5-се мәктәптең алдынғы уҡытыусылары һәм уҡыусылары Рәхмәт хаттары алып һөйөндө. 

 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас