Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
10 Июнь 2023, 18:01

Азат Шәриповҡа - юғары награда!

Бөгөн "Һабантуй-2023" халыҡ байрамында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азамат Абдрахманов хеҙмәттә юғары ҡаҙаныштарға ирешкәндәргә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.Баймаҡ районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Шәрипов Азат Булат улы "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Азат Шәриповҡа - юғары награда!Азат Шәриповҡа - юғары награда!
Азат Шәриповҡа - юғары награда!

Азат Шәриповҡа - юғары награда!

Бөгөн "Һабантуй-2023" халыҡ байрамында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азамат Абдрахманов хеҙмәттә юғары ҡаҙаныштарға ирешкәндәргә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.Баймаҡ районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Шәрипов Азат Булат улы "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Азат Булат улының барлыҡ хеҙмәт һәм тормош юлы тыуған төбәге менән бәйле.Райондың ауыл хужалығы предприятиеларында белгес һәм рәйес булып бай тәжрибә туплаған А.Шәрипов бына байтаҡ йылдар инде хакимиәт башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары вазифаһын уңышлы атҡара.Ошо йылдар эсендә Азат Булат улы үҙен оҫта ойоштороусы, булдыҡлы, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып эшләүсе етәксе итеп танытты, ысын мәғәнәһендә оло ихтирам һәм абруй ҡаҙанды.
Райондың агросәнәғәт комплексын, тыуған төйәген үҫтереүгә тос өлөш индергән, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға күп көс һалған Азат Булат улы Шәриповты юғары наградаға лайыҡ булыуы менән ҡотлап, теләктәрҙең иң изгеләрен еткерәбеҙ.Яулайһы үрҙәрегеҙ алда булһын!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас