

Һорауға яуапбиргәндәрҙең 80 проценттан ашыуырағы артабан да мессенджерҙар менән ҡулланасағын белдергән. 70 проценты фекеренсә, был коммуникациялар төп аралашыу сараһы булып ҡаласаҡ. Был айырыуса 14-18 йәшлек бәлиғ булмаған үҫмерҙәр араһында киң таралған.
Өстән ике өлөшө махсус сервистарҙа ғына булған хеҙмәттәр (виза тултырыу, табипҡа яҙылыу, квитанция буйынса түләүҙәр) киләсәктә мессенджерҙар аша атҡарып булырына ышана. Шулай уҡ өстән ике өлөшө мессенджерҙарҙың һәр саҡ үҫеү юлында бара ти. 65 проценты быны универсаль платформа, тип билдәләне. Ә һорауҙарға яуап биргәндәрҙең яртыһы мессенджерҙарҙың заманса һулыш ала барыуын белдергән.
Алыҫ Көнсығышта йәшәгән халыҡ был интерфейс ярҙамында ауырлығы ҙур булған файлдарҙы ебәреп булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алған. Волга буйы округында уның конфиденциаль булыуын, Себерҙә мессенджерҙар ярҙамында төрлө хеҙмәттәргә заказ биреп булыуын, Төньяҡ Кавказ федераль округында хәбәрҙәрҙең тиҙ барып етеүен, медиафайлдарҙы һаҡлап булыуын атап үткәндәр.