Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
31 Май 2023, 12:00

Тәүге осраҡ - һуңғыһы булһын

Башҡортостанда быйыл денге биҙгәген йоҡтороуҙың тәүге осрағы теркәлгән. Вирус кешенән кешегә йоҡмай...

Тәүге осраҡ - һуңғыһы булһынТәүге осраҡ - һуңғыһы булһын
Тәүге осраҡ - һуңғыһы булһын

Башҡортостанда быйыл денге биҙгәген йоҡтороуҙың тәүге осрағы теркәлгән, тип хәбәр итәләр республика Роспотребнадзор идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

«Өфө кешеһе Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән ҡайтҡандың икенсе көнөнә температураһы күтәрелеүгә, башы ауыртыуға зарланып, медицина учреждениеһына мөрәжәғәт иткән, табиптар уға «денге биҙгәге» диагнозын ҡуйған», — тип белдерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Ауырыуҙы тропик илдәрҙә йәшәгән серәкәйҙәр тарата. Вирус кешенән кешегә йоҡмай.

Белгестәр Рәсәй төбәктәренә йәки сит илдәргән барыр алдынан төбәктәге эпидемиологик хәл менән мотлаҡ ҡыҙыҡһынырға кәңәш бирә. Ошо хаҡта мәғлүмәтте Роспотребнадзорҙың төбәк сайттарында ҡарарға мөмкин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас