Новости
29 Май 2023, 06:25

Эҫе буласаҡ

Һауа температураһы төндә +15,+20°, көнсығыш райондарҙа +7,+12°, көндөҙ +26,+31°. Автомобиль юлдарында иртәнсәк урыны менән томан...

Эҫе буласаҡЭҫе буласаҡ
Эҫе буласаҡ

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәүефле метеорологик күренештәр тураһында иҫкәртә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, 29 майҙа төньяҡ-көнбайыш райондарҙа ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана, көндөҙ урыны менән йәшен, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин.

Алдағы тәүлектә аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр, көндөҙ урыны менән 15-20 метрға етеүе ихтимал.

Һауа температураһы төндә +15,+20°, көнсығыш райондарҙа +7,+12°, көндөҙ +26,+31°. Автомобиль юлдарында иртәнсәк урыны менән томан.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас