Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
25 Мая 2023, 11:14

Сибайҙа киләһе йылда донъя кимәлендәге балалар һауыҡтырыу лагеры ойоштороласаҡ

Был турала «Урал аръяғы-2023» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында белдерҙеләр.

Сибайҙа киләһе йылда донъя кимәлендәге балалар һауыҡтырыу лагеры ойоштороласаҡСибайҙа киләһе йылда донъя кимәлендәге балалар һауыҡтырыу лагеры ойоштороласаҡ
Сибайҙа киләһе йылда донъя кимәлендәге балалар һауыҡтырыу лагеры ойоштороласаҡ

Башҡортостандың беренсе вице-премьеры, иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов Сибайҙа донъя кимәлендәге «Шифа» балалар һауыҡтырыу лагеры барлыҡҡа килеүен хәбәр итте.

Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмы аша инвесторҙарҙы йәлеп итәсәктәр. Лагерь бер сменала 350-гә яҡын баланы ҡабул итә аласаҡ. Уны 2024 йылдың 1 сентябренә асыу күҙаллана. Проекттың хаҡы 3 миллиард һум тәшкил итә.

Төбәк вице-премьеры иртәгә буласаҡ учреждениеның төҙөлөш майҙансығына барыу планлаштырылыуын һөйләне.

- Сибай өсөн был бик яҡшы проект, беҙҙең республикала ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә уға оҡшаш лагерь юҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Моратов.

фото авторы Д.Фадеев. 

 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас