Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2023, 15:55

Йәй килә!

Майҙың өсөнсө ун көнлөгөндә уртаса һауа температураһының норманан 4-5° юғарыраҡ булыуы көтөлә. Был аҙнала көньяҡ киңлектәрҙән һауа массаларының таралыуына бәйле һауа температураһы төндә +9, +14°, таулы райондарҙа +3, +8°, көндөҙ +24, +29° тиклем күтәрелә...

Йәй килә!
Йәй килә!

Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, майҙың һалҡынса икенсе декадаһынан һуң республикаға йәйге йылы килә.

"Майҙың өсөнсө ун көнлөгөндә уртаса һауа температураһының норманан 4-5° юғарыраҡ булыуы көтөлә. Был аҙнала көньяҡ киңлектәрҙән һауа массаларының таралыуына бәйле һауа температураһы төндә +9, +14°, таулы райондарҙа +3, +8°, көндөҙ +24, +29° тиклем күтәрелә",  — тип белдерҙе синоптиктар.

Атмосфера баҫымы юғары булғанда яуым-төшөм көтөлмәй. Бындай һауа шарттары йәнә янғын хәүефе шарттарын ҡатмарлаштыра.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: