Һаҡмар
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Май 2023, 14:17

Гармунсылар! Был конкурс һеҙҙең өсөн

Конкурста яңғыҙ һәм ансамбль менән уйнаған гармунсылар, тальянсылар (балалар төркөмдәре, һәүәҫкәр төркөмдәр, профессиональ төркөмдәр) һәм милли музыка ҡоралдарын эшләүсе оҫталар ҡатнаша ала.   

Гармунсылар! Был конкурс һеҙҙең өсөн
Гармунсылар! Был конкурс һеҙҙең өсөн

Фәтих Ихсанов исемендәге «Моңға бай гармун байрамы» республика конкурсы проекты инструменталь башҡарыу традицияларын, гармунда һәм башҡа музыка ҡоралдарында уйнау сәнғәтен пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Конкурста яңғыҙ һәм ансамбль менән уйнаған гармунсылар, тальянсылар (балалар төркөмдәре, һәүәҫкәр төркөмдәр, профессиональ төркөмдәр) һәм милли музыка ҡоралдарын эшләүсе оҫталар ҡатнаша ала. 

Ижади бәйге ике турҙа үткәрелә. Тәүгеһе - һайлап алыу этабы (апрель-май айҙарында) республиканың район-ҡалаларында ойошторола. Финал туры Яңауыл ҡалаһындағы ауыл-ара мәҙәни-ял итеү үҙәгендә үтә. Башҡарыу оҫталығын ике йәш категорияһында, йәғни 17 йәшкә тиклемгеләр һәм 17 йәштән өлкәнерәктәр араһында билдәләнәсәк. Улар яңғыҙ башҡарыу (балалар, һәүәҫкәрҙәр, профессионалдар) һәм тальянсылар, гармунсылар ансамблдәре (балалар төркөмдәре, һәүәҫкәр коллективтар, профессиональ коллективтар) номинацияларында баһаланасаҡ. 

Бәйгеселәрҙе Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм сәнғәт оҫталарынан торған жюри баһалай.

Байрам программаһында: музыка ҡорамалдарында башҡарыусылар конкурсы; конкурс еңеүселәре һәм байрам ҡунаҡтары тарафынан ҡуйылған юайрам концерты. 

Мәғлүмәт алыу өсөн телефон һандары: 8 (347) 289-65-50, 8 (34760) 5-45-48, 8 (34760) 5-45-74. 

Фәтих Иҡсанов халыҡ сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, тальян гармунда талантлы башҡарыусыларҙы һәм халыҡ музыка ҡоралдарын эшләүсе оҫталарҙы асыҡлаған, Башҡорт дәүләт филармонияһында тәүге профессиональ фольклор төркөмдәренең береһен - «Йәдкәр»ҙе ойошторған бөйөк шәхестәрҙең береһе. Тап ул башҡорт оҙон көйҙәренән торған уникаль концерт ҡуйып, "Ҡаҙ өмәһе" йолаһын тәүгеләрҙән булып профессиональ сәхнәгә алып сыға. Шулай уҡ республика цирк сәнғәтен үҫтереүгә лә үҙ өлөшөн индергән. 

Байрамды ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Яңауыл районы хакимиәте.

Сығанаҡ: https://rcntrb.com/ru/news/8160-xii-respublikanskij-prazdnik-garmoni-mo-a-baj-garmun-bajramy-imeni-fatykha-iksanova-priglashaet 

 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: