Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2023, 23:32

Музейҙағы бер төн

Бөгөнгө көнөмдө Музейҙағы төн менән тамамларға булдым әле. Белеүегеҙсә, бөгөн был акция район-ҡалабыҙҙың һәр музейында уҙҙы. 

Музейҙағы бер төн
Музейҙағы бер төн

Бөгөнгө көнөмдө Музейҙағы төн менән тамамларға булдым әле. Белеүегеҙсә, бөгөн был акция район-ҡалабыҙҙың һәр музейында уҙҙы.
Ҡаланың Азанов урамында урынлашҡан ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән был бинаға минең айырым ҡараш, хатта бер аҙ һағыш та сорналған. Уның ҡаршыһында минең 1-се мәктәбемә һалынған бала саҡ һуҡмаҡтарым мәңгелеккә уйылып ҡалған. Ә хәҙер музей булған бинала бик шәп магазиндар урынлашҡан ине.
Эйе, Баймаҡ ҡалаһының XIX быуаттың берҙән-бер архитектура ҡомартҡыһы булған сауҙагәр Кабанов йортонда музей экспозицияһы һәм музей ҡурсаулығының административ өлөшө урынлашҡан. “Ирәндек” тарихи-археологик һәм ландшафт музей-ҡурсаулығы беҙҙең тыуған ерҙәребеҙ тураһында иң бай һәм иң дөрөҫ мәғлүмәт туплаған урын ул.
Төн булыуға ҡарамаҫтан, музей хеҙмәткәрҙәре мине йылмайып ҡаршы алды. Минең яратҡан экспозицияларым - ул башҡорт халҡының боронғо биҙәүестәре һәм ҡоралдары. Нисәмә быуат элек беҙҙең халыҡ үҙенә тату яһаған! Шул әйберҙәр йәғни ҡулаймалар һаҡланған. Ә киноларҙа викингтарҙа ғына күреп өйрәнгән плащтар! Ошо ерлектә йәшәгән яугирҙәрҙең кейеменең айырылғыһыҙ өлөшө булған. Бына бит ниндәй ҡыҙыҡ факттар!
Бөгөн Ирәндек йәғни башҡорт аттарына арналған фотокүргәҙмә лә урынлаштырыла башлаған ине. Ул да бик мауыҡтырғыс, матур.
- Бөгөн күберәк ата-әсәләр балалары менән килде. Ҡыҙыҡһыналар, һорауҙар бирәләр, тине музей хеҙмәткәрҙәре.
Әлбиттә, бында өйрәнәһе генә түгел, ә хайран ҡалырлыҡ та мәғлүмәт бик күп. Шуға күрә мотлаҡ музейға килегеҙ, ҡарағыҙ, балаларға күрһәтегеҙ.
Әлбиттә, танылған фильмдағы кеүек экспозициялар терелеп китмәһә лә (хәтәр булыр ине!), музейҙағы төнгө сәғәттәр онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ә һеҙ ҡайһы музейҙы барып күрҙегеҙ, дуҫтар?
Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: