Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2023, 21:31

Лениндар сәсеүҙе тамамланы!

Рәсәйҙең почетлы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғ.Б. Сәлимов етәкләгән Ленин исемендәге АХК яҙғы баҫыу эштәрен районда иң тәүгеләрҙән булып тамамланы. Был хеҙмәт еңеүенә баҫыуэштәрендә ҡатнашҡан һәр кем тос өлөш индерҙе.

Лениндар  сәсеүҙе тамамланы!
Лениндар сәсеүҙе тамамланы!

Рәсәйҙең почетлы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғ.Б. Сәлимов етәкләгән Ленин исемендәге АХК яҙғы баҫыу эштәрен районда иң тәүгеләрҙән булып тамамланы. Был хеҙмәт еңеүенә баҫыу
эштәрендә ҡатнашҡан һәр кем тос өлөш индерҙе.

Әйтергә кәрәк, хужалыҡ яңы миҙгелде йылдағыса юғары әҙерлек менән ҡаршы алды:
техника-агрегаттар ваҡытында ремонтланды, улар механизаторҙар менән комплектланды, хеҙмәтсәндәр махсус кейем менән тәьмин ителде, ярыш шарттары булдырылды. Кооперативтың инженерия (Ғәле Сәғәҙәтов)
һәм агрономия (Ишбулды Күсәрбаев) хеҙмәттәре үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы лайыҡлы атҡарып сыҡты, производство участкаларындағы эштәрҙе оҫта ойошторҙо. Ленин исемендәге АХК-ның сәсеү майҙандарын 450 гектарҙа бойҙай, 500 гектарҙа һоло, 350 гектарҙа арпа, 500 гектарҙа донник, 150 гектарҙа рапс һәм 120 гектарҙа күстерә үләне тәшкил итте. Механизаторҙар Наил Солтанов, Самат Сәйетов һәм Айрат Туйсин агрегаттары баҫыу эштәре осоронда ысын хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтте. Сәсеүселәр Юнир Салихов, Айрат Сәғәҙәтов, Рауил Сәғәҙәтов, орлоҡ ташыуҙа
механизаторҙар Ғәйзулла Сағынбаев һәм Ҡәнзәфәр Гөлбәйетов, яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙә водитель Юнир Байегетов үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы атҡарыуҙары менән айырылып торҙо. Әйткәндәй, 650 гектарҙағы күп йыллыҡ үлән майҙандарын тырматыуҙа Фәнил Ғәйетбаевтың хеҙмәте ҙур.
Йәмил Үҙәнбаев етәкләгән ырҙын табағы коллективы орлоҡто ағыулау, уны баҫыуҙарға ваҡытында оҙатыуға бик яуаплы ҡараны. Орлоҡ тейәүҙә механизатор Илшат Сирбаев һынатманы. Ашнаҡсылар Гөлиә Солтанова, Таңһылыу Сәйетова һәм Гүзәлиә Салихова баҫыу батырҙарын тәмле аш-һыуҙары менән һөйөндөрҙө.

Баҫыу эштәрен ойошҡанлы атҡарып сығыуға хеҙмәтсәндәр араһында ойошторолған удар бер һәм өс көнлөктәр ҙә булышлыҡ итте, уларға ваҡытында аҡсалата йомғаҡ яһап барылды.

Әле Ленин исемендәге АХК сәсеүлектәрҙе химик утауға һәм мал аҙығы туплау кампанияһына әҙерлек эштәре алып бара. Малсылыҡ тармағына килгәндә, һауын көтөүе һәм йәш мал йәйләүҙәргә сығарылған, продукция етештереү артҡандан-арта.


Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: