Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2023, 22:15

Фәнни алымдарға таянып

Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институтының Баймаҡ ғилми подразделениеһы иң яуаплы ауыл хужалығы кампанияларының береһе–яҙғы баҫыу эштәрен ойошҡанлы алып бара.

Фәнни алымдарға таянып
Фәнни алымдарға таянып

Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институтының Баймаҡ ғилми подразделениеһы иң яуаплы ауыл хужалығы кампанияларының береһе–яҙғы баҫыу эштәрен ойошҡанлы алып бара.

Әйтергә кәрәк, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Р.Һ. Сыңғыҙов етәкләгән был подразделение Шишмә селекция үҙәге сығарған ауыл хужалығы культуралары сорттарын артабан үрсетеү һәм уларҙы күрше өлкәләргә, республика хужалыҡтарына һатыу менән маҡсатлы шөғөлләнә. Рим Һатыбал улының производствоны оҫта ойоштороуы һөҙөмтәһендә һуңғы йылдарҙа был ғилми үҙәктең эшмәкәрлеге йәнләнде, уның матди-техник базаһын нығытыу, һәләтле кадрҙар менән тулыландырыу йәһәтенән ғәйәт ҙур эштәр башҡарылды. Атап әйткәндә, яңы заправкалау станцияһы, машина ихатаһы, бесәнлек төҙөлдө. Быйыл иһә подразделение өр-яңы МТЗ-1523 тракторы, яңы сәскестәр, тағылмалы урғыс-сапҡыс, башҡа инвентарҙар менән тәьмин ителде. Киләһе йылда иһә техник потенциал яңы комбайн һәм йөк автомашинаһы менән тулыланасаҡ.

Әлбиттә, коллектив әҙерҙе генә көтөп ултырмай, ә үҙ көсө менән урында байтаҡ эштәрҙе атҡара. Мәҫәлән, машина-трактор оҫтаханаһын тәртипкә килтереү, келәттәрҙе нығытыу менән маҡсатлы шөғөлләнәләр. Шул уҡ ваҡытта район хакимиәтенең ярҙамы менән Баймаҡ тәжрибә хужалығының буш торған минераль ашлама келәте лә ғилми подразделениеға бирелгән. 2 мең тонна иген һыйҙырышлы был келәт коллективҡа байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеге бирәсәк. Тиҙҙән унда ремонт эштәре башлана.

Баймаҡ ғилми подразделениеһының сәсеү майҙандары структураһын быйыл 100 гектарҙа ужым арышы, 270 гектарҙа супер элиталы “икада-113” сортлы йомшаҡ бойҙайы, 50 гектарҙа элиталы һоло, 40
гектарҙа күстерә үләне тәшкил итә. 65 гектар ер иһә парға ҡалдырылған. Әйтергә кәрәк, арыш яҡшы ҡышлаған, яҙ көнө унда гектарына 40 кг нисбәт менән азот ашламаһы индерелгән. Был культуранан юғары уңыш көтөлә. урал аръяғы төбәгендә тап Баймаҡ ғилми подразделениеһының ғына арыш үҫтереү менән шөғөлләнеүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алып үтергә кәрәк. уның страховка культураһы икәнлеген бөгөн күптәр онотоп ебәрә күрәһең. Ә бит ҡоролоҡҡа йыш дусар булған беҙҙең төбәктә уны үҫтереү күп кенә проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеген бирер ине.

Быйылғы яҙғы сәсеүҙе коллектив ныҡлы әҙерлек менән башлап ебәрҙе һәм бөгөн баҫыу эштәре ойошҡанлы дауам итә. Һоло сәсеү тамамланған, бойҙай ҙа аҙағына яҡынлаша. Артабан сират мал аҙығы куль- тураларына етәсәк. Сәсеүҙә механизаторҙар Миңлебай Дәүләтморатов һәм Илдар Йәнтүрин, сәсеүселәр Радмир Кейекбаев, Иван Мичунов, Рәжәп Сәғәҙәтов намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Агроном Зөфәр Солтанғазин баҫыу эштәрен ныҡлы контролдә тота, тейешле технологияларҙы күҙәтеүгә даими иғтибар бүлә. Баҫыу батырҙарын ике тапҡыр бушлай ашатыу ойош- торолған. Ашнаҡсы Зөлфирә Юлбахтина игенселәрҙе тәмле аш-һыуы менән һөйөндөрә.

– Баймаҡ ғилми подразделениеһының төбәктең ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә индергән өлөшө ҙур, – ти Рим Һатыбал улы. – Иң беренсе сиратта беҙ урал аръяғын, республика райондарын сифатлы орлоҡ менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ, ғалимдарыбыҙ иһә үҙҙәренә беркетелгән участкаларҙа төрлө тәжрибә үткәреү менән маҡсатлы шөғөлләнә. Шул уҡ ваҡытта ер тураһында даими хәстәрлек күреү ҙә иң төп мәсьәләләрҙең
береһе булып тора, сөнки уға тейешле иғтибар бүлмәй тороп яҡшы уңышҡа ирешеү мөмкин түгел.

Әле беҙҙең коллектив яҙғы баҫыу эштәрен ҡулайлы агротехник сроктарҙа һәм тейешле технологиялар нигеҙендә атҡарып сығыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Һәм, әлбиттә, барлыҡ эштәр ҙә фәнни алымдарға таянып алып барыла. Киләсәктә Баймаҡ ғилми үҙәге Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институты подразделениелары араһында иң яҡшылар рәтенән сығырға тейеш – беҙҙең төп маҡсат бына шундай.

Азамат Мөхәмәтшин. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: