Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2023, 22:00

“Оҙон бәйге” үҙ маҡсатына иреште

Иҫке Сибайҙа ат спорты ярыштары үтте

“Оҙон бәйге” үҙ маҡсатына иреште
“Оҙон бәйге” үҙ маҡсатына иреште

Үткән аҙнала Иҫке Сибай  ауылында "Башҡорттаты””халыҡ-ара фестиваленә әҙерлек сиктәрендә
ат спорты ярыштары үтте... Мауыҡтырғыс сараны “Ирәндек”" башҡорт тоҡомло атты һаҡлау һәм үҫтереү  буйынса хәйриә фонды һәм Баймаҡ районы хакимиәте ойошторҙо. 
Ат ярыштарында көс һынашырға  Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы,,Ауырғазы
райондарынан,,Силәбе өлкәһенән спортсылар килде. 

"Оҙон бәйге” ат спорты ярыштарында ҡатнашыусыларҙы һәм бәйгегә тамаша ҡылырға килгән халыҡты Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министры
урынбаҫары Фәрит Вәлитов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры, “Планетаның иң көслө ке-
шеһе”, “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” ярыштары еңеүсеһе Эльбрус Ниғмәтуллин, БР
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов тәбрикләне.

– Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙә йылҡысылыҡ тармағы буйынса иң алдынғы урындарҙы биләй, – тине үҙенең сығышында Фәрит Рауил улы. – Йылҡы һаны буйынса – 2-се, ҡымыҙ етештереүҙә тотороҡло 1-се урында киләбеҙ. Ә инде Баймаҡ районы был өлкәлә берәүгә лә алдынғылыҡты бирмәй. “Башҡорт аты” фестивале лә тап Баймаҡ ерлегендә башланғыс алды һәм әле ул халыҡ-ара статусҡа эйә була бара. Бөгөнгө ат спорты
ярыштары ойошҡанлы үтһен, иң көслөләрҙе асыҡлаһын!

Һуңынан Ф.Вәлитов башҡорт тоҡомло атты һаҡлау һәм үҫтереү эшенә күп көс һалғандары өсөн “Ирәндек” фонды ағзалары Алмас Шөгөров, Айнур Ишмөхәмәтов, Илгиз Сафин, Әкрәм Хөсәйенов, Ильяс Һибәтов һәм Фәрүәз
Рафиҡовҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хатын тапшырҙы.

– Башҡорт аты ысын мәғәнәһендә халҡыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булып тора, – тине тәбрикләү телмәрендә Эльбрус Хәмит улы. – Һәм бөгөнгө сара быны асыҡ иҫбатлай. Милли спорт төрөн үҫтереүгә күп көс һалғандары өсөн “Ирәндек” фондына һәм Баймаҡ районы хакимиәтенә ҙур рәхмәт белдерәм. “Башҡорт аты” фестиваленең беҙҙең районда башланғыс алыуы юҡҡа түгел,
сөнки тап беҙҙең төбәктә башҡорт аты-
ның төп генофонды, рухы һаҡланып ҡал-
ған һәм беҙ уны артабан да лайыҡлы
дауам итергә тейешбеҙ, – тине Фәнис
Ғәбдрәшит улы. – Август айында үтәсәк
“Башҡорт аты” фестивален дә юғары ки-
мәлдә ойоштороу өсөн барыһын да эш-
ләйәсәкбеҙ”.
“Оҙон бәйге” ат спорты ярыштары 6
заезда үткәрелде һәм ул көсөргәнешле,
мауыҡтырғыс булыуы менән хайран ҡал-
дырҙы. Сараны 2 йәшлек башҡорт то-
ҡомло аттарҙың ярышы асты. Бында Әб-
йәлил районынан Тупаҡ ҡушаматлы ар-
ғымағында Фаил Зыядрисламов берәүҙе
лә алдына сығарманы. Байымдан Айгиз
Абдуллин Малай ҡушаматлы атында (ху-
жаһы Флүр Байсурин) – икенсе, Әбйә-
лилдән Загадка ҡушаматлы атында Ди-
нар Фазлетдинов өсөнсө урынды яуланы.
Таҙа ҡанлы һәм ярым яҡшы тоҡомло
аттар араһында Силәбе өлкәһенән Моно-
мах (жокейы Рәфис Ишбулдин) һәм Ирма
(Семен Бояркин), Әбйәлилдән Алтынай
(Илнар Таһиров) иң етеҙҙәре булып сыҡты.
3 йәшлек таҙа ҡанлы һәм ярым яҡшы
тоҡомло арғымаҡтар ярышҡан заезда Си-
ләбе өлкәһенән Рәфис Ишбулдин Наси-
ба, Сергей Мелехин Санфей ҡушаматлы
аттарында тәүге урындарҙы алды. Иҫке
Сибайҙан Башкирия ҡушаматлы атында
Сергей Айсенов (хужаһы Алмас Шөгөров)
өсөнсө урынға сыҡты.
3 һәм унан өлкән йәштәге яҡшыртыл-
ған тоҡомло аттарҙан Ауырғазы райо-
нынан Денис Федоров сапҡан Монгол
ҡушаматлы арғымаҡ финишҡа беренсе
булып килде. Силәбе өлкәһенән Фәнис
Хәмидуллиндың Урал ҡушаматлы аты
(жокейы Сергей Айсенов) – икенсе, Уча-
лынан Динар Фазлетдиновтың Бэт ҡуша-
матлы дөлдөлө өсөнсө урынды алды.
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы
призына үткәрелгән таҙа ҡанлы һәм ярым
яҡшы тоҡомло аттарҙың 6000 метр араға
сабышыуы көсөргәнешле булыуы менән
айырылып торҙо. Ярышта Иҫке Сибайҙан
Алмас Шөгөровтың Турысайы (жокейы
Сергей Айсенов) берәүҙе лә алдына сы-
ғарманы һәм ышаныслы еңеү яуланы. Әб-
йәлилдән Рияз Ҡарабандиндың Императоры, Силәбе өлкәһенән Марат Рыҫмөхәмәтовтың Глеб ҡушаматлы аты икенсе һәм өсөнсө булып килде.

Ат спорты ярыштарының һуңғы этабы – 14 000 метрға ойошторолған оҙон бәйгелә
Темәстән Әхмәт Хөсәйеновтың Осҡон ҡушаматлы арғымағы (жокейы Илназ Мостафин) финишҡа беренсе булып килде һәм төп призға – Илнур һәм Илназ Хәмитовтар әҙер-
ләгән башҡорт тоҡомло ҡолонға лайыҡ бул-
ды. Учалынан Альфред Мөхәмәтйәровтың
Знак ҡушаматлы аты – икенсе, Әбйәлилдән Ирәндек Йәнгилдиндың Буяны өсөнсө урынды яуланы. Аҡморондан Александр Кузнецовтың Бумеры (жокейы Егор Кузнецов) һәм Байымдан Флүр Байсуриндың Бөркөтө (жокейы Айгиз Абдуллин) артабанғы урындарҙы бүлеште.
Ат спорты ярыштарының бағыусыһы
булып “Ирәндек” фонды, Баймаҡ районы
хакимиәте, фермерҙар Алмас Шөгөров,
Ғәзиз Байбулов, эшҡыуар Роман Зәйдул-
лин сығыш яһаны.
Бер үк ваҡытта ат спорты ярыштары
майҙанында һыбай йәйәнән уҡ атыу тур-
ниры ла ойошторолдо. Баймаҡ, Әбйәлил,
Учалы райондарынан һәм Өфө ҡалаһы-
нан килгән егермегә яҡын спортсы ике
төркөмгә бүленеп ярышты: йәйәнән уҡ
атыу менән башлап шөғөлләнеүселәр һәм
балалар, шулай уҡ тәжрибәле уҡсылар.
Ярыш корея һәм башҡорт маршрут-
тары ҡағиҙәләре буйынса үтте. Корея
маршрутында, балалар һәм йәйәнән уҡ
атыу менән башлап шөғөлләнеүселәр
араһында, Баймаҡ районынан Илназ
Солтангәрәев иң күп мәрәй йыйҙы. Уча-
лынан Бәхтийәр Исхаҡов һәм Баймаҡ
районынан Ғәзизйән Иҫәнғолов арта-
банғы урындарҙы бүлеште.
Тәжрибәле уҡсылар араһында Өфө-
нән Рушан Хәсәнов, Баймаҡ районынан
Рәсих Йортбәков һәм Наил Иҫәнбаев еңеп сыҡты. Башҡорт маршрутында Учалынан Рөстәм Теләүбирҙин иң яҡшы һөҙөмтәгә иреште һәм Рәсих Йортбәков әҙерләгән башҡорт тоҡомло ҡолонға лайыҡ булды. Учалынан Фәнил Ишбулдин һәм Әбйәлилдән Нуриман Хәйруллин икенсе-өсөнсө урындарҙы алды.

– Дөйөм һөҙөмтәләрҙе былтырғы менән сағыштырып ҡарағанда яҡшы үҫеш күҙгә ташлана, – тине уҡ атыу ярышын ойоштороусы Рәсих Йортбәков.

– Бигерәк тә йәш уҡсыларҙың өлкәндәр менән бер кимәлдә ата алыуы күпте һөйләй. Киләсәктә һыбай уҡ атыу спортының тағы ла үҫешәсәгенә асыҡ ишара был.

Ат спорты ярыштарында “Ауҙарыш” милли уйыны һуңғы йылдарҙа ҙур популярлыҡ яулай бара. Билдәле булыуынса, “Ирәндек” фонды һәм “Батыр” коммерция булмаған ойошма ошо спор төрөн үҫтереү буйынса “Төньяҡ амурҙары вариҫтары” исемле проекты менән грант яуланы һәм бөгөн был йүнәлештә маҡсатлы эш алып бара. “Оҙон бәйге” ат спорты ярыштарында ла был уйын ойошторолдо һәм үҙ янына бихисап тамашасыларын йыйҙы.

Ул көндө “Ирәндек” фондының “Кобра” спорт клубы самбо буйынса ярыштар үткәрҙе, унда Урал аръяғы райондарынан балалар ҡатнашты.

“Ирәндек” фондын ойоштороусы Алмас Шөгөров билдәләүенсә, август айында Баймаҡ районында үтәсәк “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестиваленә әле әҙерлек эштәре ҡыҙғандан-ҡыҙа. Быйыл унда сит илдәрҙән дә ҡунаҡтарҙың күпләп ҡатнашыуы көтөлә.

Азамат МӨХӘМӘТШИН

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: