Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2023, 17:55

Июндә ял көндәре

Башҡортостанда 2023 йылдың 10, 11, 12 һәм 28 июне ял көндәре булып тора, — тип белдерҙеләр республиканың Хеҙмәт министрлығында. — Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 12 июндәге һәм 28 июндәге байрам көндәре отпускының календарь көндәренә индерелмәй...

Июндә ял көндәре
Июндә ял көндәре

Июндә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе өҫтәмә ял көнө көтә.

Хеҙмәт кодексына ярашлы, 12 июнь — Рәсәй көнө байрам булып иҫәпләнә. 28 июнь —  Ҡорбан байрамы, быйыл ул шаршамбыға тап килә, шулай уҡ республика хөкүмәте ҡарары менән байрам көнө тип иғлан ителде. Тимәк, шишәмбе, 27 июндә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

"Шулай итеп, Башҡортостанда 2023 йылдың 10, 11, 12 һәм 28 июне ял көндәре булып тора, — тип белдерҙеләр республиканың Хеҙмәт министрлығында. — Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 12 июндәге һәм 28 июндәге байрам көндәре отпускының календарь көндәренә индерелмәй".

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: