Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2023, 17:50

Белешмәләр ҙә кәрәкмәҫ

Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа социаль һәм страховка пенсияларын автоматик рәүештә тәғәйенләү тураһында закон ҡабул итте. Йәғни ғариза яҙырға һәм белешмә йыйырға кәрәкмәй...

Белешмәләр ҙә кәрәкмәҫ
Белешмәләр ҙә кәрәкмәҫ

Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа социаль һәм страховка пенсияларын автоматик рәүештә тәғәйенләү тураһында закон ҡабул итте. Йәғни ғариза яҙырға һәм белешмә йыйырға кәрәкмәй.

 Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәтенән билдәле булыуынса, ҡараусыһын юғалтыу буйынса страховка һәм социаль пенсиялар, шулай уҡ ике ата-әсәһе лә билдәһеҙ балаларға түләүҙәр ғаризаһыҙ тәғәйенләнә. Ғараусыһын юғалтыуға бәйле түләүҙәр ҡыҫҡа ваҡытта — халыҡ тураһында мәғлүмәттәрҙең федераль регистрынан үлем тураһында хәбәр иткәндән һуң биш эш көнө эсендә тәғәйенләнергә тейеш. Яңылыҡ 2024 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә.

Бынан тыш, Алыҫ Төньяҡ райондарында һәм ауыл хужалығында хеҙмәт стажы өсөн пенсияға билдәләнгән түләүҙе яңынан иҫәпләү тәртибенә бәйле законға төҙәтмәләр индерелде. Был процедура өсөн дә ғариза талап ителмәй. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: