Новости
19 Май 2023, 12:30

Аллам һаҡлаһын!

Синоптиктар һауа шарттарының үҙгәреүе хаҡында иҫкәртә. 20 майҙа республикала елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе мөмкин...

Аллам һаҡлаһын!Аллам һаҡлаһын!
Аллам һаҡлаһын!

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы фаразына һылтанып, һауа шарттарының үҙгәреүе хаҡында иҫкәртә. 20 майҙа республикала елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе мөмкин. Бынан тыш, 20-26 майҙа төньяҡ-көнбайыш райондарҙа ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана.

Иртәгә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә +6, +11°, көнсығышта +1°, көндөҙ +19, +24°, көньяҡ-көнсығышта +14°.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас