

22 - 28 майҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһында белорус киноһы көндәре үтәсәк. Мәҙәни акция Рәсәй төбәктәренең һәм Беларусь Республикаһының Х форумына арналған.
«Башҡортостан менән Белоруссия араһындағы бәйләнеш ҙур әһәмиәткә эйә. Мәҙәни ҡомартҡылар һәм йолалар тарих төпкөлөнә барып тоташа. Ҡомартҡыларыбыҙ бер яҡтан ғорурлыҡ тойғоһо уятһа, икенсе яҡтан беҙ уны киләсәк быкындарға ҡалдырырға тейешбеҙ. Ошо уңайҙан республиканың төп каналы Белорус Республикаһының иң яҡшы фильмдарын күрһәтәсәк", — тип Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев һөйләне.
Төрлө жанрҙағы һәм йүнәлештәге таҫмалар көн һайын төн уртаһында күрһәтеләсәк.
22 май - реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән «Днепр сиге» хәрби драмаһы. Режиссер Денис Скворцов төшөргән фильм Могилев оборонаһы тарихы хаҡында бәйән итә.
23 май - «Кадет» енәйәтен тикшереү тураһындағы детектив. Ваҡиғалар Икенсе донъя һуғышынан һуң бара. Драмала белорус театр йәштәре төшкән. Режиссеры - Виталий Дудин.
24 май - мәктәп дуҫтарының «Мөғжизә-утрауҙар, йәки Полесский Робинзондары» исемле юғалған утрауҙы эҙләүҙәге мажаралы тарих. Режиссеры - Сергей Сычев.
Белорус киноһы аҙналығы 25 майҙа фронтовик-элемтәсе Е.Оноприенко сценарийы буйынса төшөрөлгән фильмда дауам итә. Тексты режиссер Андрей Голубев иҫке совет журналында таба. Сапер һәм уның дүрт аяҡлы дуҫы тураһындағы картина экранға 2007 йылда сыҡҡайны. Фильм Еңеү көнөндә Белоруссия телевидениеһында йыл һайын күрһәтелә.
26 һәм 27 майҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тамашасылары «Геймер ҡағиҙәләре» һәм «Бына был мөхәббәт!» картиналарын ҡарай ала.
26-27 майҙа БСТ тамашасылары «Правила геймера» һәм «Вот это любовь!» картинаһын ҡарай ала.
Белорусс киноһы аҙналығы 28 майҙа «Волки» киноһы менән тамамлана.