Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
18 Май 2023, 16:30

Эш сәфәре Темәстә дауам итте

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахмановтың эш сәфәре Темәс ауылында дауам итте.

Эш сәфәре Темәстә дауам иттеЭш сәфәре Темәстә дауам итте
Эш сәфәре Темәстә дауам итте

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахмановтың эш сәфәре Темәс ауылында дауам итте. Бында ул Темәс ауылы халҡы менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, уның урынбаҫарҙары, төрлө ойошма-предприятие етәкселәре ҡатнашты.
Азамат Абдрахманов йыйылышты асып былай тип сығыш яһаны:
- Республика биләмәһендә ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса Ведомство-ара комиссияһының эше менән таныштырмаҡсымын. Был комиссия илебеҙҙә ошо йүнәлештә эшләгән берҙәр бер комиссия. Башҡа субъекттарҙа ул юҡ. Ике йыл эшләү дәүерендә ул күп һөҙөмтәләргә өлгәште. Күп йылдар дауамында хәл итедмәгән мәсьәләләр хәл ителә башланы. Хәҙерге ваҡытта комиссияның етәксеһе урынбаҫары булғас, был эш миңә йөкмәтелде. Маҡсатым – халыҡ менән һөйләшеп, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү юлдарын табыу. Ер аҫты ҡаҙылмаларын табыуҙағы хоҡуҡи боҙоуҙар оҙайлы йылдар дауамында йыйылып килгән проблема. Бөгөн “Графское”, “Весна”ның эшмәкәрлеген ҡараным. Уларҙың нисек эш итеүе – тәбиғәткә ҡарата вәхшилек, ҡырағайҙарса ҡыланыу. Эйе, уларҙың эшмәкәрлеге туҡтатылған, уларҙың эштәре судта, хөкөм ҡарарын көтә. Бөгөн ошо ерҙәрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң “Графское” буйынса тағы бер өҫтәмә дәғүә белдерергә булдыҡ. Улар тәбиғәткә 5 миллиард һумдан ашыу зыян килтергән. Башҡортостандың тәбиғәттән ҡулланыу һәм экология министры Нияз Мансур улы ла Фазылов бөгөн бында. Был ерҙәрҙе уның менән бергә ҡараныҡ. Тәбиғәткә ҡарата аяуһыҙ ҡыланып киткән кешеләр язаһыҙ ҡалырға тейеш түгел. Әлбиттә, был эш федераль, республика органдары һәм, әлбиттә, халыҡ ярҙамында башҡарыласаҡ. Иртәгә комиссияның сираттағы ултырышы Баймаҡ ҡалаһында үтәсәк. Уның көн тәртибенә барыбыҙҙы ла борсоған ошо көнүҙәк мәсьәләләр сығарыла. Был комиссияға мин ошо йыйылыштан да бер нисә кешене ҡатнашырға саҡырам. Барыһын да уртаға һалып һөйләшеп, бергә хәл итеү юлдарын ҡабул итәйек.
Йыйылышҡа килгән Темәс, шулай Күсей биләмәһе халҡы Ирәндек тауҙарын ҡаҙҙырмаясаҡтары хаҡында белдерҙе. Был һорауға Азамат Абрахманов һүҙ ерҙәрҙе ҡаҙыу түгел, ә дәүләт иҫәбенә геологик өйрәнеү үткәреләсәге тураһында барыуы хаҡында белдерҙе. “Был эштәр 30-сы, 70-се, 90-сы йылдарҙа ла үткән”, тине Азамат Фәрит улы. Ул картала геологик өйрәнеүҙәр ниндәй ерҙәргә ҡағыласағын күрһәтеп аңлатты. Шулай уҡ был эштәр ваҡытында ерҙәргә, һыу, Ирәндек тауҙарына бер ниндәй зыян килтерелмәйәсәге хаҡында әйтеп үтте. “Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт алырға теләгәндәрҙе иртәгә Баймаҡ ҡалаһында үтәсәк Комиссияның эшенә саҡырам”,-тине ул.
Йыйылышта шулай уҡ ауылда эшләмәй торған һаҡлыҡ банкы касссаһы, Күсей, Темәс янындағы юл проблемаһы, ремонтҡа ябылған тарихи-мәҙәни үҙәк, һөт, ағас эшкәртеү мәсьәләләре күтәрелде.
Азамат Абдрахманов журналистарға биргән интервьюһында халыҡ менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү һөҙөмтәле булыуын, йыйылышта күтәрелгән проблемаларға тағы ике аҙнанан һуң үтәсәк халыҡ менән осрашыуҙа яңынан әйләнеп ҡайтасаҡтары хаҡында белдерҙе.
Осрашыу тураһында тулы материалды “Һаҡмар” гәзитендә уҡырһығыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас