+24 °С
Ямғыр


Башҡортостан биләмәһендә махсус бойороҡҡа тиклем янғынға ҡаршы режим индерелде. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған тейешле бойороҡ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Документ 15 майҙан үҙ көсөнә инде. Был башланғыс менән республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров сығыш яһағайны.
«Урман янғындарына һәм ҡоро үлән яныуға бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймау өсөн ошо режимды махсус бойороҡҡа тиклем оҙайтырға тәҡдим итәбеҙ», - тигәйне Фәрит Ғүмәров.
Сара урман янғындарына һәм ҡоро үлән яныуына бәйле хәлдәргә юл ҡуймау өсөн ғәмәлдә.