Новости
12 Май 2023, 05:30

Ялға һауа торошо

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте...

Ялға һауа торошоЯлға һауа торошо
Ялға һауа торошо

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн төндә көньяҡта, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +8, +13, төньяҡта +18 градус.

Шәмбе, 13 майҙа, төндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +2, +7 градус. Көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +12, +17 градусҡаса күтәрелә.

Йәкшәмбе, 14 майҙа, Башҡортостанда урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр фаразлана. Ел төньяҡтан, йүнәлешен көньяҡ-көнсығышҡа үҙгәртеп талғын. Һауа температураһы төндә +2, +7, көндөҙ +13, +18 градус.

Шул уҡ ваҡытта янғын хәүефе һаҡланыуы хаҡында ла онотмағыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас