Новости
11 Май 2023, 10:25

Сикләү буласаҡ

Башҡортостанда Һуңғы ҡыңғырау байрамында хәмер һатыу тыйыласаҡ...

Сикләү буласаҡСикләү буласаҡ
Сикләү буласаҡ

Башҡортостанда Һуңғы ҡыңғырау байрамында хәмер һатыу тыйыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан.

Быйыл туғыҙынсы һәм ун беренсе кластар өсөн һуңғы ҡыңғырау 22 майҙа яңғырай. Тантаналы линейкалар үткәреү көнөн Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы билдәләгән.

«Республика законына ярашлы, был тыйыу магазиндарҙа алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыуға ҡағыла. Йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына был сикләү ҡағылмай», —  тип белдерҙеләр Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала Яңы йыл каникулында, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә һәм һабантуй үткәрелгән көндәрҙә лә алкоголь һатыу сикләнә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас