Новости
10 Май 2023, 05:45

Беҙҙе ниндәй көндәр көтә?

Иртәгә төндә урыны менән бер аҙ ямғыр, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡта киҫкен. Һауа температураһы төндә +1, +6°, республиканың  көнсығышында 0, -3° һалҡынайтып, ҡырау төшөүе көтөлә, көндөҙ +14, +19°...

Беҙҙе ниндәй көндәр көтә?Беҙҙе ниндәй көндәр көтә?
Беҙҙе ниндәй көндәр көтә?

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 10 майҙа, республикала яуым-төшөмһөҙ, көньяҡта ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡта көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +12, +17°, урыны менән +7°.

11 майҙа төндә урыны менән бер аҙ ямғыр, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көньяҡта киҫкен. Һауа температураһы төндә +1, +6°, республиканың  көнсығышында 0, -3° һалҡынайтып, ҡырау төшөүе көтөлә, көндөҙ +14, +19°.

12 майҙа төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, көньяҡ райондарҙа көндөҙ йәшен йәшнәүе фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3, +8°, көндөҙ +11, +16°, көньяҡта +6°.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас