+21 °С
Болотло


Барлыҡ ғүмерен ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә арнаған, намыҫлы хеҙмәте менән хаҡлы абруй яулаған Хәйҙәр Минниәхәт улы Килдеғошов ғүмер байрамын билдәләй. Хеҙмәт юлын "Һаҡмар" колхозында башлап, хужалыҡтың агрономия хеҙмәте етәксеһенә тиклем үрләгән, бай тәжрибә туплаған, унан һуң оҙаҡ йылдар фермер хужалығын етәкләгән ысын ир уҙаманы ул. Бөгөн дә арҙаҡлы уҙаман үҙенең яратҡан һөнәренә тоғро ҡала, ауыл хужалығы культураларынан яҡшы уңыш үҫтерә.
Хәйҙәр Килдеғошов тыуған төйәгенең ысын патриоты булып ҡала, ауылдағы сараларҙа әүҙем ҡатнаша, һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.
Юбилейығыҙ ҡотло булһын, хөрмәтле уҙаман!