Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Май 2023, 12:25

"Хәтер баҡсаһы" гөрләп үҫһен

Бөгөн Баймаҡта “Хәтер баҡсаһы” акцияһы ҡаланың 5-се мәктәбендә лә үтте...

"Хәтер баҡсаһы" гөрләп үҫһен"Хәтер баҡсаһы" гөрләп үҫһен
"Хәтер баҡсаһы" гөрләп үҫһен

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса үткән “Хәтер баҡсаһы” акцияһын да баймаҡтар дәррәү күтәреп алды. Уның маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандар иҫтәлегенә ағастар ултыртыу.

Бөгөн Баймаҡта “Хәтер баҡсаһы” акцияһы ҡаланың 5-се мәктәбендә лә үтте. Үҫентеләр илебеҙҙең тарихи үткәне, Еңеү таңын килтергән һалдаттар һәм хәҙерге ваҡытта ил намыҫын һаҡлаған яугирҙәр тураһында иҫтәлек буласаҡ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас