+24 °С
Ямғыр


2 майҙа Башҡортостандың урман фондында 3-сө, 4-се, 5-се класлы янғын хәүефе фаразлана. Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондарында 5-се (ғәҙәттән тыш) класлы янғын хәүефе көтөлә.
Әлшәй, Архангел, Баймаҡ, Баҡалы, Бүздәк, Бөрйән, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Туймазы, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондарында 4-се класлы янғын хәүефе фаразлана.
Республика халҡына ут менән эш итеү ҡағиҙәләрен үтәргә кәңәш ителә. Һүндерелмәгән шырпы һәм тәмәке төпсөктәрен ташлау, елле көндә усаҡ яғыу, ҡояш төшкән аҡланда шешә йәки быяла ярсыҡтарын ҡалдырыу тыйыла.