

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы баймаҡтар өсөн икеләтә ҡыуаныс алды. Сөнки нәҡ бөгөн реконструкция үткән үҙәк майҙанда фонтан эшләй башланы.
Баймаҡтарға (ә бөгөн майҙанда кеше бик күп) район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев мөрәжәғәт итте. "Фонтандың эшләй башлауын барыбыҙ ҙа түҙемһеҙлек менән көтә инек. Бөгөн был мәл етте. Ҡалабыҙ биҙәгенә әүерелгән фонтанға, ғөмүмән, тыуған ҡалабыҙға һаҡсыл ҡарашта булайыҡ"",-тине ул.
Байрамға йыйылған кешеләр, айырыуса балалар фонтандың һыуы менән рәхәтләнеп һибешеп тә алды. Эйе, фонтан һәр саҡ шулай матур итеп эшләһен. Уның янына ултыртҡан ағастарыбыҙ, сәскә-гөлдәребеҙ ҙә шаулап һәм матур итеп үҫһен!
Яҙ һәм хеҙмәт көнөнә арналған байрам сараһы 11-ҙә башлана. Ашығығыҙ, дуҫтар! Килегеҙ байрамға!
Гүзәл Иҫәнгилдина.