

Конкурсты Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең идара итеүсе компанияһы менән берлектә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы үткәрә. Конкурста еңеүселәр муниципаль белем биреү учреждениеларында проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республика бюджетынан субсидия аласаҡ.
Быйыл уҡыусыларҙың инициативалы проекттарын финанслау 70 миллион һумға тиклем арттырылды. Конкурс йомғаҡтары буйынса 60-ҡа түгел, 140 проектҡа ярҙам күрһәтеләсәк (һәр проектты финанслау күләме - 500 мең һум). Конкурсты үткәреүҙең яңы тәртибе Башҡортостандың бөтә мәктәптәрендә лә проектта ҡатнашыу мөмкинлеген күҙ уңында тота, шул уҡ ваҡытта мәктәп тик бер генә проект тәҡдим итә ала. Заявкалар 17 апрелдән 16 майға тиклем ҡабул ителә.
Өфөнөң А.Ш. Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияһы ла предуниверсарийҙарҙы үҫтереү буйынса инициативалы бюджетлау проекттары конкурсында ҡатнаша. Гимназияла предуниверсарий асыу һайлаған профиль буйынса өҙлөкһөҙ белем алыу өсөн шарттар булдырырға, шулай уҡ һөнәри йүнәлеш эшмәкәрлегенең сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.
Инициативалы 8-10 класс уҡыусыларыҙан торған 5 команда үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған экологик-биологик тикшеренеүҙәрҙе үҙ проектының концепцияһы итеп һайланы. Проекттарҙың төп маҡсаты - уҡыусыларҙа тәбиғәт фәндәрен өйрәнеүгә, тикшеренеүҙәр үткәреүгә, белемдәрен камиллаштырыуға һәм практик күнекмәләр алыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Әлеге ваҡытта гимназияла 7-11 класс уҡыусылары араһында мәктәп эсендә тауыш биреүгә әҙерләнәләр, унда уҡыусылар үҙ проекттары менән таныштыра. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса бер проект һайлап алып, уны конкурсҡа ебәрәләр.
Конкурс шарттары менән түбәндәге сайтҡа инеп танышырға була: