Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Апрель 2023, 10:45

Иртәгә дауыл көтөлә

26 апрелдә көндөҙ урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе фаразлана. Тағы ла дауылды кисерергә тура килерме икән?

Иртәгә дауыл көтөләИртәгә дауыл көтөлә
Иртәгә дауыл көтөлә

Башҡортостанда дауыл сығыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртәләр. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 26 апрелдә көндөҙ урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе фаразлана.

Аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 7-12 метр, көндөҙ айырым райондарҙа тиҙлеге секундына 15-20 метрға етергә мөмкин. Һауа температураһы төндә +6, +11°, аяҙытҡанда +1°, көндөҙ +18, +23°.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас