Новости
24 Апрель 2023, 09:55

Оҙайлы каникул булмай

2023 йылда Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы дүшәмбегә тура килә. 29, 30 апрель һәм 1 май — ял көндәре...

Оҙайлы каникул булмайОҙайлы каникул булмай
Оҙайлы каникул булмай

Быйыл Рәсәйҙә оҙайлы май каникулы булмай.

2023 йылда Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы дүшәмбегә тура килә. 29, 30 апрель һәм 1 май — ял көндәре.

Һуңынан рәсәйҙәрҙе Еңеү көнө уңайынан 6-9 майҙа дүрт көнлөк каникул көтә. 8 май — 2023 йылдың 8 ғинуарынан (йәкшәмбе) күсерелгән ял көнө. Шуға шишәмбе 9 майҙа ғына түгел, ә дүшәмбе 8 майҙа ла ял итәбеҙ.

Быйыл майҙа бөтәһе 11 ял көнө. Шуларҙың һигеҙе — шәмбе һәм йәкшәмбе, тағы өсәүһе байрам көндәренә тура килә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас