Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
20 Апреля 2023, 07:15

Һөнәре буйынса иң шәп йәштәр!

"Эшсе ир-егет - 2023" исеменә 4-се лицейҙың рәсем һәм технология уҡытыусыһы Ирбулат Тайбугин һәм "Эшсе ҡатын-ҡыҙ - 2023" исеменә район хакимиәтенең балиғ булмағандар эше һәм балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияһы белгесе Дилә Ишмөхәмәтова лайыҡ булды! Афарин!

Һөнәре буйынса иң шәп йәштәр!Һөнәре буйынса иң шәп йәштәр!
Һөнәре буйынса иң шәп йәштәр!

Бына инде бер нисә йыл рәттән уҙғарылған “Эшсе ир-егет һәм эшсе ҡатын-ҡыҙ” район һөнәри конкурсы ла иң матур сараларҙың береһенә әүерелгән. Быйыл да был конкурс йәш, әүҙем, дәртле, тырыш, янып торған үҙ эшенең оҫталарын берләштерҙе.

Йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Гөлсинә Сирғәлина әйтеүенсә, бер нисә һынау баҫҡысынан торған конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәренең һөнәри белемдәрен, һәләттәрен күрһәтеп, төрлө һорауҙарға яуап биреп, эш тәжрибәһе серҙәре менән уртаҡлашып үҙҙәрен иң-иңе ите:п таныта алды. “Ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең барыһы ла бик яҡшы әҙерләнгән. Барыһы ла янып торған ҡарашлы, үткен, сәсән телле, төрлө яҡтан һәләтле. Шуға күрә еңеүселәрҙе билдәләүе еңелдән булманы”,-тине Гөлсинә Фирғәт ҡыҙы. .

Шулай итеп, баһалама комиисияһының ҡарары буйынса "Эшсе ир-егет - 2023" исеменә 4-се лицейҙың рәсем һәм технолоигя уҡытыусыһы Ирбулат Тайбугин һәм "Эшсе ҡатын-ҡыҙ - 2023" исеменә район хакимиәтенең балиғ булмағандар эше буйынса һәм балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияһы белгесе Дилә Ишмөхәмәтова лайыҡ булды! Афарин!

Тулыраҡ мәғлүмәтте "Һаҡмар" гәзитендә уҡығыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас