+24 °С
Ямғыр


Һәр кесе йома өмәгә сығыу күңелле мәлгә әүерелә. Ысынлап та, рәхәтләнеп эшләп, унан үҙ эшеңдең һөҙөмтәһен күреүе бигерәк шатлыҡлы бит. Уйлап ҡараһаң, һәр кем таҙалыҡты ярата. Шуға күрә эргә-тирәбеҙ ҙә һәр саҡ таҙа булһын ине.
Бөгөн район-ҡала буйынса өмәләр гөрләне. Өмәселәрҙән халыҡҡа ниндәй теләктәрегеҙ бар тип һорайым.
- Ҡыйҙарын юлға ташламаһындар, тәбиғәтте бысратмаһындар ине. Тирә-яҡ мөхитте бысратҡан кешеләрҙе бер нисек тә аңлап булмай бит,-тип яуап бирҙеләр.
Бына шулай, ҡәрҙәштәр! Таҙартайыҡ, таҙалайыҡ, иң мөһиме, бысратмайыҡ һәм һәр саҡ сафлыҡта йәшәйек!