+24 °С
Ямғыр


Бөгөн Баймаҡ районы һәм ҡалаһы республика өмәһенә ҡушылды. Бар ерҙә тәртип урынлаштырылды, коллективтарҙың шат тауыштары яңғырап торҙо. Әйткәндәй, Баймаҡта был өмәләр мартта уҡ башланды. Иртәгә матур йолабыҙға ярашлы "Таҙа кесаҙна" өмәһенә сығасаҡбыҙ.
Бик күптәр "Бәхет шишмәһе"дә ял итергә ярата. Шуға күрә был урындарҙың таҙалығы күпселек осраҡта ял итеүселәр намыҫында. Әле унда бик матур итеп өмә эшләнде. Шулай булғас, артабан ҡыйламайыҡ, был хозур урындар һәр саҡ таҙа булһын!
Гүзәл Иҫәнгилдина.