Новости
18 Апрель 2023, 07:35

Башҡортостан төҙөүселәре юлға сыҡты

"Башкиравтодор" дәүләт компанияһының юл ремонт-төҙөлөш идаралыҡтарының 37 белгесе Луганск Халыҡ Республикаһына юлланды. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Луганщинала улар дөйөм оҙонлоғо 30 саҡрымға яҡын 16 юл участкаһын ремонтларға тейеш...

Башҡортостан төҙөүселәре юлға сыҡтыБашҡортостан төҙөүселәре юлға сыҡты
Башҡортостан төҙөүселәре юлға сыҡты

"Башкиравтодор" дәүләт компанияһының юл ремонт-төҙөлөш идаралыҡтарының 37 белгесе Луганск Халыҡ Республикаһына юлланды. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Луганщинала улар дөйөм оҙонлоғо 30 саҡрымға яҡын 16 юл участкаһын ремонтларға тейеш. Барып еткәс, улар былтыр килтерелгән асфальт-бетон заводының эшен башлай. Заводтың етештереүсәнлеге — көнөнә 300 тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы. Уҙған миҙгелдә Башҡортостан юлсылары 40 саҡрым юлды ремонтлаған, шул иҫәптән Петровское һәм Красный Луч ҡалаларындағы урамдарҙың участкаларын.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас