

"Йәшел Башҡортостан" өмәләре - республикабыҙҙың матур йолаһына әүерелгән. Быйыл ул 22 апрелдән 13 майға тиклем үтәсәк. Ә 22 апрелдән 22 майға тиклем "Хәтер баҡсаһы" тип аталған халыҡ-ара акцияһына ҡушыласаҡбыҙ. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәге битләүегендә республика Башлығы Радий Хәбиров яҙҙы. "Хәтер баҡсаһы" акцияһы барышында Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция ҡаһармандарына арналған аллеялар барлыҡҡа киләсәк. Әйткәндәй, Башҡортостан был акцияға быйыл дүртенсе мәртәбә ҡушыласаҡ.
Радий Фәрит улы яҙыуынса, быйыл тотош республика буйынса 15 миллиондан ашыу ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртыласаҡ. Әлегә ваҡытта республика урмансылары атап үтелгән акцияларға үҫентеләр әҙерләй.
Гүзәл Иҫәнгилдина.