Новости
6 Апрель 2023, 06:45

"Зәңгәр яғыулыҡ" килә

"Газпром" менән килешеү буйынса 15 ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөлөшө өҫтәмә рәүештә Башҡортостандың газ үткәреү программаһына индерелде. Был Ҡариҙел, Баймаҡ, Әбйәлил, Яңауыл, Асҡын, Иглин, Ишембай, Тәтешле һәм Ҡырмыҫҡалы райондарының 18 тораҡ пунктына газ үткәрергә мөмкинлек бирергә тейеш...

"Зәңгәр яғыулыҡ" килә"Зәңгәр яғыулыҡ" килә
"Зәңгәр яғыулыҡ" килә

"Газпром" менән килешеү буйынса 15 ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөлөшө өҫтәмә рәүештә Башҡортостандың газ үткәреү программаһына индерелде. Был Ҡариҙел, Баймаҡ, Әбйәлил, Яңауыл, Асҡын, Иглин, Ишембай, Тәтешле һәм Ҡырмыҫҡалы райондарының 18 тораҡ пунктына газ үткәрергә мөмкинлек бирергә тейеш.

«Газ үткәреү программаһы 2021-2025 йылдарға иҫәпләнгән. Дөйөм алғанда, яңыртылған документ 1 мең саҡрымдан ашыу ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөүҙе күҙ уңында тота. Был республиканың 33 районындағы 181 тораҡ пунктҡа газ үткәреү мөмкинлеген бирәсәк. Киләсәктә 26 мең йортто тоташтыра алырбыҙ. Мөһим проекттар иҫәбендә – «Шүлгәнташ» музей комплексы урынлашҡан «Бөрйән» туристик кластерына газ үткәреү», – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Башҡортостанда Рәсәй президенты башланғысы менән социаль газ үткәреү программаһы ла эшләй. Ул йорт биләмәләре сигенә бушлай газ үткәреүҙе күҙ уңында тота. 2021 йылдан алып 31,5 мең самаһы ғаилә ошо мөмкинлектән файҙаланған.

Республикала газға тоташтырыуға 100 мең һум күләмендә сертификаттар тапшырыу дауам итә. 2019 йылдан уны бөтәһе 8,5 меңдән ашыу кеше алған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас