Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
6 Апреля 2023, 03:40

Уҡытыусылар өсөн гранттар һаны артҡан

2022 йылда тәүге тапҡыр Башҡортостан дәүләт колледждары уҡытыусыларына, мастерҙарына 690-шар меңе һум күләмендә йыл һайын 10 грант булдырылған. 2023 йылда гранттар һаны 20-гә тиклем арттырылды.

Уҡытыусылар өсөн гранттар һаны артҡанУҡытыусылар өсөн гранттар һаны артҡан
Уҡытыусылар өсөн гранттар һаны артҡан

- Беҙ иң яҡшы уҡытыусыларға һәм мастерҙарға 690-шар мең һум аҡса бүлеп, грант менән тәьмин иттек. Шулай уҡ һәләтле студенттар өсөн стипендиялар һанын һәм күләмен арттырҙыҡ. Хәҙер ул 5000 һум тәшкил итә, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

2023 йылдың 1 сентябренән һәләтле, уҡыуҙа һәм ғилми эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән Башҡортостан Башлығы стипендиаттары 5000 һум күләмендә стипендия ала башлай. 2022 йылда түләүҙең суммаһы 2300 һум тәшкил итте, 2022 йылдың майында стипендияның суммаһы ла арттырылды. Бынан тыш, 2022 йылдың майынан 150 алдынғы уҡыусы Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһын ала башланы. Быға тиклем бындай стипендияны 107 студент ошо мөмкинлек менән файҙалана ине.

Бынан тыш, республикала 2022 йылдың 1 сентябренән квалификациялы эшселәр, хеҙмәткәрҙәр әҙерләү программалары буйынса белем алыусы колледж студенттарына Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте стипендияһы ике тапҡырға тиерлек арттырылды. Түләүҙәр 2022 йылдың 1 сентябренән индерелә. 

- Урта һөнәри белем биреү системаһын үҫтереү федераль проекттар сиктәрендә лә, республика Хөкүмәте яғынан ҙур ярҙам менән дә алып барыла. Бөтә стратегик бурыстар һәм саралар Башҡортостан Республикаһында 2022-2026 йылдарға урта профессиональ белем биреүҙе үҫтереү стратегияһында сағылыш тапты. 2022 йыл урта профессиональ белем биреү системаһы өсөн мөһим һәм уңышлы булды, шул иҫәптән киләһе йылдарҙа ла үҫеш аласаҡ яңы төбәк проекттарын ғәмәлгә ашырыу иҫәбенә, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. 

 

Белешмә өсөн:

Квалификациялы эшселәргә, хеҙмәткәрҙәргә һәм урта звено белгестәренә кадрҙарға ихтыяжды тәьмин итеү өсөн Башҡортостан Республикаһында 93 профессиональ белем биреү ойошмаһы һәм 5 дәүләт юғары белем биреү ойошмаһы эшләй. Уҡыусыларҙың контингенты 106 мең самаһы кеше тәшкил итә. 139 һөнәр һәм 81 эшсе һөнәр буйынса кадрҙар әҙерләнә.

 

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20582/ 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас