Башҡортостан студенттарын яңы дисциплина - Рәсәй дәүләтселеге нигеҙҙәре көтә. Лекцияларға бөтә һөнәр - гуманитар һәм техник һөнәр студенттары йөрөй аласаҡ. Курс программаһында - мауыҡтырғыс интерактив дәрестәр, экскурсиялар, дискуссиялар һәм эшлекле уйындар.
Яңы курсты әҙерләү өҫтөндә Рәсәйҙең алдынғы тарихсылары, политологтары һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре шөғөлләнә. Һуңғы осрашыу 27-28 мартта Н.И. Лобачевский исемендәге Милли дәүләт университетында үтте.
Был юлы Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы һәм «Белем» Рәсәй йәмғиәте ярҙамында «Рәсәй ДНК-һы» проектын ойошторған конференцияла илдең 12 төбәгенән 130-ға яҡын ғилми-белем биреү учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты.
«Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһы»ның уҡытыу-ғилми һәм тәрбиәүи эштәр буйынса проректоры, тарих фәндәре кандидаты Олег Целищев һүҙҙәренсә, яңы дисциплинаны өйрәнеү йәштәргә Рәсәй дәүләте һәм йәмғиәте алдында торған саҡырыуҙарға системалы яуап булдырырға, шулай уҡ илебеҙҙең киләсәге образын формалаштырыуға үҙ өлөшөн индерергә ярҙам итергә, йәштәрҙә гражданлыҡ һәм ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләргә тейеш.
Курс 2023 йылдың 1 сентябрендә башлана.