+24 °С
Ямғыр


Өфөлә йәнә юл ишелеп төшкән. Был хәл СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы 41-се йорт эргәһендә теркәлгән. Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотниковтың социаль селтәрҙәренән билдәле булыуынса, ҡышын был участкала үткәргес торбала авария эштәре башҡарылған, шуның арҡаһында тупраҡ йыуылған. Ул саҡта ер туңған, шуға күрә эҙемтәләре хәҙер, көндәр йылытҡас ҡына асыҡланған.
«Ошондай хәл килеп тыуғас та, соҡорҙо кәртәләп алдылар. Бөгөн иртән ҡала хеҙмәттәре менән кәңәшмә үткәрҙек, әле участкала «Өфө һыу каналы» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре ремонт эштәрен башҡара», —тип асыҡлыҡ индерҙе Плотников.
Иғтибар итһәгеҙ, бал ҡалабыҙҙа ундай хәлдәр әленән-әле булып тора. Иң мөһиме, кешеләр ҡазаланмаһын!