+24 °С
Ямғыр


Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич яҙғы саҡырылыш сиктәрендә республиканан 5,5 меңдән ашыу егеттең хеҙмәткә алынасағын хәбәр итте. Был саралар Рәсәйҙең Украинала махсус операция үткәреүенә бәйле түгел.
«Саҡырылыш Рәсәй ҡануниәтендә билдәләнгән ваҡытҡа ярашлы 1 апрелдән 15 июлгә тиклем дауам итә. Һалдаттар ил биләмәһендә урынлашҡан пункттарға хеҙмәт итергә ебәрелә, ә хеҙмәтен тултырған хәрбиҙәр өйҙәренә ҡайтарыла», — тине Блажевич.
Хәрби хеҙмәткә алынған егеттәрҙең тәүге төркөмөн оҙатыу апрель аҙағында көтөлә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указында билдәләнеүенсә, яҙғыһын илдең 18-27 йәшлек 147 мең гражданы армия сафына алынасаҡ.