+21 °С
Болотло


Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге битләүегендә һөйөнөслө хәбәр менән уртаҡлашты.
- Нәргизә Хоҙайбирҙинаға, Гүзәл Иҙрисоваға һәм Илнур Йосоповҡа сертификат тапшырылды. Был сертификат етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн торлаҡ һатып алыуға социаль түләү.
Барығыҙҙы ла ҡотлайым һәм бәхет, һаулыҡ, именлек теләйем!
Район башлығының ҡотлауҙарына беҙ ҙә ҡушылабыҙ һәм йәштәрҙең яңы йорттарында тик бәхет һәм ҡыуаныс урын алыуын теләйбеҙ!