+24 °С
Ямғыр


Һөйөнөслө хәбәр
Афарин!
Баймаҡ районы хакимиәте граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшкән өсөн 2022 йылдың һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға сыҡты һәм Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары полковник М. Блажевичтың Почет грамотаһына лайыҡ булды. Бөгөнгө оператив кәңәшмә барышында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев уны хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитовҡа тапшырҙы. “Ватаныбыҙ, халҡыбыҙ, һәр кемебеҙ өсөн мөһим булған был изге эш артабан да дауам итәсәк”,-тип белдерҙе район башлығы.